Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Ноябрь 2022, 12:15

Биш кеше ағыуланған, балалар ауыр хәлдә

Был хәл төндә Октябрьский ҡалаһында булған.

Биш кеше ағыуланған, балалар ауыр хәлдә
Биш кеше ағыуланған, балалар ауыр хәлдә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 ноябрҙә 22.50 сәғәттә дежур табиптан Башҡортостандың Медицина катастрофаһы үҙәгенә Октябрьский ҡалаһының 21-се биҫтәһендәге биш ҡатлы йортта биш кешенең, шул иҫәптән 12, 13, 14 йәшлек балаларҙың ағыуланыуы тураһында хәбәр килә. Зыян күргәндәрҙең бөтәһен дә Октябрьский ҡалаһы дауаханаһына һалалар. 

– Был осраҡтың сәбәбе — көнкүреш (углерод оксиды) газы менән ағыуланыу. Биш кеше, шул иҫәптән өс бала зыян күргән. Ваҡиға урынында дүрт ашығыс ярҙам бригадаһы эшләне. 24 ноябрҙә иртәнгә ҡарай ҡатындың хәле уртаса ауырлыҡта ине, ир - ауыр хәлдә. Ике баланың хәле ауыр, ә бер баланың хәле ныҡ ауыр, – тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Был хәлде прокуратура күҙәтеүгә алған.

Фото: @mchsrb.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: