

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 24 ноябрҙә, 00.20 сәғәттә ведомствоға Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр.
Янғын һүндереүселәр, Удельно-Дыуанайҙың ирекмәндәр янғын командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ваҡиға урынына килгәндә, 6х7 метр ҙурлығындағы йортто ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында ир кешенең кәүҙәһе табыла. Ваҡиға урынында ведомствоның тәүтикшереүселәре эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Көндәр һалҡынайғас, кешеләр төрлө ысулдар менән йорттарын йылытыу сараһын күрә, шул уҡ ваҡытта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә яуапһыҙ ҡарай. Был битарафһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ иһә ошондай күңелһеҙ хәлдәр менән тамамлана. Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Уяулыҡты онотмайыҡ!
Фото: @mchsrb.