Дүртөйлө районындағы Яубаҙы йылғаһында бер балыҡсы фажиғәгә тарыған.
1984 йылғы ир балыҡ тоторға барғанда, боҙ ватылып, һыуға төшөп киткән. Ярға үҙе йөҙөп сығыуын сыға алған ул. Ҡатыны уны эҙләп килгәндә иҫендә була әле. Уны өйгә алып ҡайтып, "Ашығыс ярҙам" саҡырталар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар килгәнсә үк ир ныҡ туңыуҙан вафат була.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға буйынса тикшереү эштәре башлаған.
Ҡыш балыҡ тоторға яратҡандарға кәңәштәр
* Балыҡҡа көндөң яҡты мәлендә генә барырға тырышығыҙ.
* Яңғыҙ йөрөмәгеҙ.
* Боҙҙа һаҡ булығыҙ, бер-берегеҙҙән өс-дүрт метр арауыҡ ҡалдырып хәрәкәт итегеҙ.
* Боҙға шәхси транспортта барып менеү ҡәтғи тыйыла.
* Спиртлы эсемлек ҡулланмағыҙ. Ул йылындыра тигән фекер бөтөнләй дөрөҫ түгел.
Фото: my.bashkortostan.ru