Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Ноябрь 2022, 10:00

Оло ҡазанан ҡотолоп ҡалғандар

Бер аҙна эсендә янғын иҫкәрткестәр алты пенсионерҙы ҡотҡарған. 

Оло ҡазанан ҡотолоп ҡалғандар
Оло ҡазанан ҡотолоп ҡалғандар

Тәүге осраҡ Туймазы районында оло йәштәге ике кеше йәшәгән йортта була. Бабай кәстрүлгә һалып, алма бешерергә ҡуя һәм, был хаҡта әйтмәйенсә, ихатаға сығып китә. Төтөн сыға башлау менән янғын иҫкәрткес хәүеф хаҡында хәбәр итә.

Шул уҡ райондың икенсе ауылында оло йәштәге ҡатын ҡоймаҡ ҡойорға була. Май иретергә ҡуя һәм, ҡапҡаның асыҡ тороуын күреп, тышҡа сыға ла башҡа эштәргә әүрәй. Табала яна башлаған май хаҡында мини-сирена иҫкәртә.

Ә был осраҡ Өфө районының Зубов ауылында була: пенсионер сәй ҡайнатырға ҡуя һәм онота. Һыу ҡайнап бөтөп, пластик тотҡа ирей башлай... Шишмә районында ир кеше мейес тоҡандыра һәм хужалыҡтағы эштәргә тотона. Күпмелер ваҡыттан янғын иҫкәрткестең тауышын ишетеп инһә, өй төтөн менән тулған була. Баҡтиһәң, мейестең ҡапҡасы боҙолған һәм тере ҡуҙҙар иҙәнгә төшкән...  

Шишмә районында тағы бер осраҡ теркәлгән. Йорт хужаһы төшкө аш йүнәткән мәлдә, ятып тора һәм йоҡлап китә. Уны янғын иҫкәрткес уята. Пенсионер газ плитәһен һүндереп, яна башлаған табаны тышҡа сығарып өлгөрә, ишек-тәҙрәләрҙе асып өйөн елләтә. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамлана.

Фото: resbash.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: