Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Ноябрь 2022, 22:01

Ҡоторған эт эйәһен тешләр...

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Фото:Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Миҙгелдәр алмашыныуы төрлө ауырыуҙар таралыуға сәбәпсе булып тора. Тәү сиратта был ҡырағай йәнлектәр араһында ҡотороу сиренең артыуына бәйле. Һуңғы осорҙа Башҡортостандың әле бер, әле икенсе районында төлкө, һеләүһен, бурһыҡтарҙың ауыл-ҡалаларға килеүе теркәлде.

Күптән түгел Өфө районының Чесноковка ауылында ҡотороу сиренең янауы арҡаһында карантин иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус Указға ҡул ҡуйҙы. Инфекция шәхси хужалыҡтарҙың береһендә барлыҡҡа килгән. Йорт хужаһына ветеринарҙарҙан башҡа бер кемде лә ихатаһына индерергә ярамай, малын 179 көн дауамында һуйырға рөхсәт ителмәй. Ветеринар­ҙар, ауылдағы һәр йортҡа инеп, малға һәм ҡош-ҡортҡа вакцина яһаған.

Ғөмүмән, бөтә Рәсәй буйынса хәл ҡатмарлы. Иваново, Түбәнге Новгород, Тамбов өлкәләре, Ҡырым Рес­пуб­ли­каһында әленән-әле ҡотороу сире барлыҡҡа килә. Ауырыу таралған осраҡта, ауыл хужалығына ла хәүеф янай башлай, сөнки шул уҡ төлкөләр һәм ауырыу ҡош-ҡорт фермаларға яҡыная.

Күршеләребеҙҙә хәл ҡатмарлаша: Пенза, Смоленск өлкәләрендә бруцеллез сире теркәлгән. Тәүгеһендә айырым шәхси хужалыҡтарҙа ғына мал зарарланһа, Смоленск өлкәһендә биш мең баш һыйыр малы юҡ ителгән, барлығы 40 мең баш малды белгестәр тикшергән. Пермь крайында һәм Удмурт Республикаһында ҡотороу сире артҡан.

Һамар өлкәһендә малдар быйыл күпләп лейкоз менән сирләй икән. Ул айырыуса шәхси хужалыҡтарҙа теркәлгән.

Ставрополь крайында ҡырағай хайуандарҙың Ньюкасл ауырыуы һәм ҡош киҙеүе менән сирләүе теркәлгән. Ветеринар лаборатория белгестәре, рейдтар ойоштороп, ауырыуҙан һәләк булған йәнлектәрҙең ҡалдығын яндыра.

Республикала хәлде тотороҡло тотоу өсөн Башҡортостан буйынса Ветеринария идаралығы хеҙмәткәрҙәре малға, йорт хайуандарына ҡотороу сиренән бушлай вакцина эшләй. Ауыл халҡы был саранан ситтә ҡалмаһын ине, ти белгестәр.

Йыл башынан хайуандарҙан зыян күреп, медицина учреждениеларына биш меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Һандарға әүерелдерһәң, был 100 мең кешенең 112-һе тигән һүҙ. Шуларҙың 2 924-е эттән тешләнгән. Был мөрәжәғәт итеүселәрҙең 65 процентын тәшкил итә. Ҡырағай йәнлектәрҙән 15 кеше зыян күргән. Хайуандарҙың һөжүменән зыян күреүселәр һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, ошо арауыҡта 1353 кеше шул сәбәпле дауаханаға эләккән. Зыян күреүселәрҙең 74 проценты эттән тешләнгән, дүртәүһенә бесәй ташланған.

Ҡотороу сире вирусы менән зарарланмаҫ өсөн йорт хайуандары хужалары бер нисә ҡағиҙәне теүәл үтәргә тейеш:

l хайуандарға йыл һайын ҡотороу сиренә ҡаршы прививка яһатырға кәрәк;

l хайуанды махсус билдәләнгән урындарҙа ғына бәйле килеш йөрөтөргә;

l тышта йөрөгәндә йорт эттәре башҡа хайуандарға яҡынламаһын;

l хайуан ауырып китһә, бигерәк тә йотоу һәләте ауырлашһа, уны өйҙә дауалап маташмағыҙ, шунда уҡ вете­ринарҙарға мөрәжәғәт итегеҙ;

l әгәр һеҙҙең эт йә бесәйегеҙ кешене тешләһә, зыян күреүсегә адресығыҙҙы әйтегеҙ һәм хайуанды күҙәтеү өсөн ветеринарға алып барығыҙ.

Ҡоштоң сирле икәнен нисек асыҡларға?

Ауырып киткән ҡоштарҙың тәү сиратта үҙен тотошо үҙгәрә: муйыны ҡыйшая, гел генә башын борғолай. Тын алышы насарая, башы шешә. Ҡош киҙеүе менән кешеләрҙең дә сирләп китеүе ихтимал, шуға күрә ауырыу ҡошҡа тей­мәгеҙ, белгестәрҙе саҡыртығыҙ. Бындай ҡоштарҙың йомортҡаһын һәм итен ашарға ярамай.

Әгәр киҙеү кешегә йоҡһа, тәүҙә уның билдәләре һыуыҡ тейгән кеүек була. Тик һуңынан температура 39-ға күтәрелә, баш ауырта, тән һыҙлай, тамаҡ ауырта, эс китеүе күҙәтелә. Шуға ла үрҙә һаналған билдәләрҙе тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Илшат ЗАРИПОВ, “Тамаша” журналының баш мөхәррире:

– Ошо хәл былтыр булды. Беҙҙең бе­сәйҙә ҡотороу сире табылманы, әммә тоҡомло булғанға холҡо ҡырыҫ булып сыҡты. Ҡатыным менән улым Йософ бер кис бесәй менән уйнай башланы. Уйындан шашып киткән хайуан, әллә ҡурҡып, әллә көн­ләшеп, Йософҡа таш­ланды. Башына ырғып, битен сапсыны. Ҡанды туҡтата алмай аҙапландыҡ. Беҙ сара күргәнсе ҡаны аяғына тиклем ағып төштө. Тырнаҡтарын ҡан тамырҙарына тиклем батырған. Шул урындарын табиптар тегеп ҡуйҙы. Улыбыҙға ул саҡта биш йәш тулып үткәйне.

Тышҡа сығып йөрөмәгән бесәйҙең ауырып китере икеле ине. Шулай ҙа ветеринарҙан тикшерттек, анализдар тап­шырҙыҡ. Малайға уколдар эшләттек. 17-се дауаханала ятып сыҡты. Ике сәғәт һайын алты укол һалдылар. Ә бесәйҙе ауылға ҡайтарҙыҡ.


Л. АЙҘАРОВА

Читайте нас: