Юлға сыҡҡанда водитель таныҡлығын өйҙә онотоп ҡалдырған осраҡтар булды. Бәхеткә күрә, юл-патруль хеҙмәткәрҙәре бер ҙә туҡтатманы, ләкин таныштарым әйтеүенсә, “эләкһәң”, машинаңды шунда уҡ штраф майҙансығына алып китәләр. Асылда был мәсьәлә нисек хәл ителә, юл-патруль хеҙмәткәрҙәре ниндәй вәкәләттәргә эйә? Транспорт сараһына документһыҙ идара иткән водителгә нимә янай?
Водитель таныҡлығы, йәки халыҡ телендәгесә “права” – кешенең паспорты кеүек үк мөһим документ. Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.3-сө статьяһына ярашлы, паспорт булмайынса автомобиль руленә ултырыу тыйыла. Машина йөрөткәндә һәр водитель үҙе менән паспортын, таныҡлығын, автомобиль документтарын һәм страховка полисын алырға тейеш.
Водитель таныҡлығын яңылыш өйҙә онотоп ҡалдырһағыҙ, юлда көтмәгәндә юл-патруль хеҙмәткәре туҡтатһа, иң элек тынысланырға, инспектор менән итәғәтле һөйләшергә кәрәк.
Законға ярашлы, водителдең таныҡлығы юҡ икән, шунда уҡ мотлаҡ тәртиптә протокол төҙөлә һәм 500 һум күләмендә штраф һалына. Документты алып килгәнгә тиклем уға рулгә ултырырға рөхсәт ителмәй.
Әгәр водителдең үҙе менән паспорты булһа, инспектор уға ҡағылышлы мәғлүмәтте электрон базанан тикшерә ала. Ошонда уҡ ул элегерәк һалынған штрафтар һәм тәртип боҙоу осраҡтары тураһында ла хәбәрҙар була, водителдең машина йөрөтөргә хоҡуғы булыу-булмауын асыҡлай. Машинаны туҡтатҡан мәлдә водитель эргәһендә таныҡлығы булған пассажир ултырһа, протоколды һәм штраф түләү өсөн квитанцияны алғандан һуң, пассажирҙың рулгә ултырыуы мөмкин.
Водитель тәртипте тупаҫ боҙмаһа, уға таныҡлығын бер-ике сәғәт эсендә килтерергә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Ул такси яллап, документын алырға ҡайтып килә йәки яҡындарынан уны килтереүҙе һорай ала. Инспектор документтарын тикшергәндән һуң уға китергә рөхсәт итәсәк. Әйткәндәй, штраф һалынған көндән уны 20 көн эсендә түләһәң, 50 процент ташлама алырға була.
Әгәр водителдең үҙе менән бер документы ла булмаһа, өҫтәүенә таныҡлығы менән страховка полисын да онотһа, штраф күләме икеләтә арта. Паспортын да өйҙә ҡалдырып китһә, машинаны – эвакуатор менән штраф туҡталҡаһына, ә водителде шәхесен асыҡлау өсөн полиция бүлегенә оҙаталар.
Әйткәндәй, водитель, үҙен тупаҫ тотоп, ғәйебен танымаһа, машинаны эвакуатор менән алып китеүҙәре ихтимал. Юл-патруль хеҙмәткәрҙәренең бындай ғәмәлдәре законлы тип иҫәпләнә, тик улар айырым осраҡтарҙа һәм һирәк башҡарыла.
Тимәк, юлға сығыр алдынан водитель таныҡлығын һәм башҡа документтарҙы мотлаҡ барларға кәрәк, сөнки тәртип һаҡсылары штраф һалып, машинаны штраф туҡталҡаһына оҙатыуы бар. Ә уны алыу өсөн 10 мең һум самаһы өҫтәмә аҡса түләргә тура киләсәк.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА