Башҡортостан буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙа Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 261-се саҡрымында авария теркәлгән. Юл-транспорт фажиғәһе Әбйәлил районында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбе өлкәһендә йәшәгән 30 йәшлек водитель «Лада Гранта» менән Белоретта йәшәгән 49 йәшлек ир идара иткән «Лада Ларгус» бәрелешкән. Бөрелешеү шул тиклем көслө булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһендә «Гранта» пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе ваҡиға урынында йән биргән. «Ларгус» водителе һәм уның пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән.
Ваҡиға урынында тикшереү башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙың тейешле кимәлдә таҙартылмауы, һауа торошоноң кинәт боҙолоуы ла күп осраҡта аварияларға сәбәп булып тора. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булырға, тиҙлек режимын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, һеҙҙе өйҙә көткәндәрен һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Фото: "Башинформ"