30 ноябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ойошмаларында янғын хәүефһеҙлеге буйынса брифинг үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығышында республика етәкселегенең халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм уларҙың йәшәү урындарының хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә, шул иҫәптән баҡсасылыҡ ширҡәттәренә лә (улар республикала ике меңгә яҡын) ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне.
"Көндәр һалҡынайыу менән торлаҡ секторында янғындар һаны 2,5 тапҡырға арта. Баҡсаларҙа үҙәк йылытыу юҡ, кешеләр электр уты, йылылыҡ мейестәре ҡулланырға, шулай уҡ килтерелгән газ баллонын файҙаланып, ашарға бешерергә мәжбүр, был өҫтәмә янғын хәүефе тыуҙыра", – тине вице-премьер.
Ирек Сәғитов шулай уҡ статистик мәғлүмәттәргә туҡталды. "Анализға ярашлы, 2022 йылдың 11 айында баҡса йорттарында һәм коттедждарҙа 161 янғын булған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 51-гә кәмерәк. Уларҙың сәбәбе йыл да бер төрлө: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарын, мейестәрҙе проектлау, файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә теркәлгән янғындарҙа һәләк булғандарҙың илле проценттан ашыуы иҫерек булған", — тине ул.
Брифингта шулай уҡ 1 – 31 декабрҙә “Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ойошмаларында янғынға урын юҡ” акцияһы үтәсәге тураһында һөйләнеләр. Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторҙары урындағы үҙидара власть органдары менән берлектә баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә иҫкәртеү саралары уҙғарасаҡ Уның барышында рейдтар ойоштороу, ихата буйлап йөрөү ҡаралған, иҫкәртеү, тәҡдимдәр ҡағыҙҙары таратыласаҡ, шулай уҡ граждандарҙың айырым категорияларына янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары таратыласаҡ. Янғын һүндереү бүлексәләре баҡса ширҡәттәренә инеү һәм эске юлдарҙың торошона ла ныҡлы иғтибар бүләсәк.
Брифингта журналистарҙың һорауҙарына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирҙе.
Атап әйткәндә, улар коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтәрендә янғын хәүефһеҙлеге өсөн кемдең яуаплы булыуы хаҡында һөйләне. "Беҙ баҡсасылыҡ ширҡәттәре менән махсус рәүештә шөғөлләнәбеҙ, уларҙың рәйестәрен янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә әҙерләйбеҙ. Граждандар оборонаһы буйынса уҡытыу-методик үҙәге базаһында йыл һайын улар өсөн уҡытыу-методик йыйындары үткәрәбеҙ, шулай уҡ уларға ышанып тапшырылған биләмәләрҙә янғындарҙы кәметеү йүнәлешендә эште ойоштороу юлдарын аңлатабыҙ", – тине Фәрит Ғүмәров.
Ирек Сәғитов брифингта ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт таратыуҙа ярҙам күрһәтеүе мөһимлеген билдәләне. Вице-премьер журналистарға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте вәкилдәренә рәхмәт хаттары ла тапшырҙы.
Мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru. Фото: pravitelstvorb.ru, 38.mchs.gov.ru