Был видеояҙма Баймаҡ ҡалаһындағы техника һатылған магазин алдында төшөрөлгән. Күреүебеҙсә, ир кеше “Киа Спортейдж” машинаһын сауҙа нөктәһе алдына ҡуйып, магазинға инеп китә. Күпмелер ваҡыттан автомобиль юлға табан хәрәкәт итә башлай. Был мәлдә ике ир-егет әлеге бина алдын ҡарҙан таҙартып йөрөгән була. Егеттәрҙең береһе хужаны саҡырырға тип магазинға йүгерә, икенсеһе артҡа табан хәрәкәт иткән машинаны нисек тә туҡтатырға тырыша. Ауыр ғына автомобиль уны бер аҙ этеп алып бара, әммә ҡыйыу егеттең ихтыярына “буйһоноп” туҡтай. Шул ваҡытта машина хужаһы ла йүгереп килеп сыға. Бына шулай итеп, хәл-ваҡиға имен тамамлана.
Әйткәндәй, социаль селтәрҙәге комментарийҙарҙан күренеүенсә, был урында бындай хәл тәүгә булмаған. Тимәк, туҡталҡа урынын ныҡлы тикшереп, әгәр ысынлап та юлға табан һөҙәк булһа, ниндәйҙер сара күрергә кәрәк. Шулай уҡ водителдәрҙең үҙҙәренә лә уяулыҡ һаҡлау, хәүефһеҙлек тураһында онотмау зарур.
Видеояҙма сығанағы: Альберт Йосопов.