Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Декабрь 2022, 15:50

50 миллион һум ҡайҙа булған?

"Әгәр унда енәйәт ҡылынһа – ултыртһындар", – тине Радий Хәбиров.

50 миллион һум ҡайҙа булған?
50 миллион һум ҡайҙа булған?

Башҡортостан быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар һалыуға 50 миллион һум аҡса бүлгән. Әммә тикшереү күрһәтеүенсә, күпселек урындарҙа эш тейешенсә башҡарылмаған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә прокуратураға тикшереү материалдарын ебәреүҙе һәм ғәйеплеләрҙе ултыртыуҙы талап итте.

Был йәһәттән ул Башҡортостан Башлығының контроль идаралығы етәксеһе Александр Линкевичҡа йөкләмә бирҙе.

– Өфө һәм Шишмә райондарынан ишетеүҙәрен һорайым. Контроль идаралығы хатта бәләкәй генә әйберҙәрҙе лә тикшереп тороуын һәр саҡ әйтәм. Миңә нимә эшләнгәнен аңлаттылар. Беҙ баҡсасыларға тип тәүге тапҡыр 50 миллион һум бүлдек. Ошо аҡсаға юлдарға ваҡ таш түшәлергә тейеш ине. Контроль идаралығы урынға барҙы, иҫәпләне. Ун, йөҙ, мең кубометрға кәмерәк ҡырсынташ һалынған. Ошо 50 миллион һум иҫәбенән аҡсалар ҡайҙалыр китте. Материалдар прокуратураға ебәрелә. Әгәр унда енәйәт ҡылынһа – ултыртһындар, – тине ул.

Әле ошо факттар буйынса тикшереү бара.

Фото: equipnet.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: