Бөгөн төн менән Өфөлә бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә, “Төҙөүсе” баҡсасылар ширҡәтендәге йорттарҙың береһендә янғын сыға. Урынға тиҙ арала янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә.
Ҡотҡарыусылар ике ҡатлы бүрәнә йорттоң ныҡ итеп янған сағында килеп етә. Улар тиҙ арала утты һүндерә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ҡорбаны ла табыла. Ул ете йәшлек ҡыҙ бала булып сыға.
“Янғын урынын тикшереү барышында ете йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған – табиптар уның үлемен раҫлаған. Шулай уҡ өс кеше – ҡатын менән ир һәм ете йәшлек ҡыҙ – төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған: уларҙы 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү үҙәгенә алып киткәндәр”, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй. Янғынды һүндереүгә 41 кеше һәм 13 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.