Балаҡатай районында кисә кискеһен Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Балаҡатай автомобиль юлының 45-се саҡрымында «Лада Гранта» машинаһы рулендә 92 йәшлек ир боролошта юлдан ситкә төшөп китеп, автомобиле менән ағасҡа бәрелгән.
Юл һәләкәтендә водитель йәрәхәттәр алған һәм медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.
"Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, илебеҙҙә билдәле бер йәшкә еткәндә автомобиль менән идара итеү тыйылмай. Әммә өлкәндәргә машиналар менән идара итеүҙе тыйған нормалар бар. Һүҙ хәүефһеҙ йөрөтөүгә ҡамасаулаған ауырыуҙар исемлегенә нигеҙләнгән автомобилгә идара итеүгә медицина күрһәтмәләре булыу хаҡында бара. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған оло йәштәге водителдең 2018 йылдан водитель таныҡлығының ваҡыты уҙған булыу сәбәпле транспорт сараһына идара итеү хоҡуғы булмаған. 92 йәшлек ир документты яңырта алмаған", – тип хәбәр итте Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов.
Ул ҡатмарлы һауа торошо шарттарында өлкән йәштәге водителдәргә юл хәрәкәтендә ҡатнашмаҫҡа кәңәш итте.
Фото һәм сығанаҡ: Башинформ.