Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь 2022, 23:30

Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...

Әле ҙур трассаның был участкаһында юлды ябырға мәжбүр булғандар. Асыҡланыуынса...

Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бпашҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн киске сәғәт туғыҙ тирәһендә М5 "Урал” (Һамар – Өфө – Силәбе) федераль юлының 1480-се километрында йөк автомобиле ҡатнашлығында ҙур авария теркәлгән.

Асыҡланыуынса, “Skania” йөк автомобиле күтәрелгән кузов менән хәрәкәт иткән саҡта юл аша яңы төҙөлөп ятҡан йәйәүлеләр үткәүеленә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә күпер конструкцияһы емерелеп төшә һәм автотранспорт водителен үлтергәнсе ҡыҫа.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле был урында юл тулыһынса ябылған, эҙемтәләрҙе бөтөрөү өҫтөндә ике кран эшләй. Карпов –Базилеевка аша урап үтеү юлы ойошторолған. Шуға ла был урындан уҙыу өсөн водителдәргә алдан маршрут һайларға тәҡдим ителә.

“Юлдағы автомобиль һәләкәте сәбәпле ике яҡҡа ла хәрәкәт ябылған. Өфөнөң Федоровка ауылы аша урау юл үтә”, – тип хәбәр итәләр ЮХХДИ идаралығынан.

Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының контроленә алынған. Водителдәрҙән М5 "Урал" автомобиль юлының 1492-се километрындағы (Шаҡша), ошо уҡ трассаның 1465-се километрындағы (Ырымбур) транспорт сиселештәре аша урау маршруттарҙы файҙаланырға кәңәш ителә. 

 Фото: @mchsrb.

Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Ауыр конструкция водителде үлтергәнсе ҡыҫҡан...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: