Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь 2022, 17:00

"Белорет районы, Берештамаҡ, Асы. Йылға ташҡан”

Социаль селтәрҙәге видеояҙмала ҡыш көнө йылғаның ташыуын күреп, ошондай хәбәр таралды...

"Белорет районы, Берештамаҡ, Асы. Йылға ташҡан”
"Белорет районы, Берештамаҡ, Асы. Йылға ташҡан”

Видеояҙмала күренеүенсә, ҡышын йылғала ҡапыл һыу ташып, ағып килә һәм юлды ҡаплай. Ҡурҡыныс күренеш.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, бындай хәл быйыл 1 декабрҙә Алтай өлкәһенең Чемал районында теркәлгән. Мәғлүм булыуынса, Чемал йылғаһында һыу ярҙарынан сыҡҡан – быға һауа температураһы торошо йоғонто яһаған. Боҙ өҫтөнә сығып, ҡотороп аҡҡан һыуҙан кешеләр һәм биналар зыян күрмәгән.

“Бындай күренеш барлыҡҡа килеүенә һауа температура торошо йоғонто яһай. Нәҡ уның тәьҫирендә Чемал йылғаһы ташҡан. Урындағы геологик шарттар был процестарға булышлыҡ итеүсе һәм ҡатмарлаштырыусы шарттар булып тора”, – тип аңлата ҡотҡарыусылар.

Фото: скриншот. Видеояҙма: @mchsrb.

"Белорет районы, Берештамаҡ, Асы. Йылға ташҡан”
"Белорет районы, Берештамаҡ, Асы. Йылға ташҡан”
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: