Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2022, 15:30

Авария: йәштәр әрәм булды

Машина хужаһы рулде иптәшенә биргән һәм һәләк булған. Ҡалған егеттәр...

Авария: йәштәр әрәм булды
Авария: йәштәр әрәм булды

Бөгөн төндә Башҡортостанда үлемесле авария теркәлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төнгө сәғәт 2-лә Өфө – Яңауыл юлында йөк машинаһы менән еңел автомобиль бәрелешә. Авария Яңауыл районы биләмәһендә Ҡаймаша ауылы янында була.

Урынға шунда уҡ полиция, ҡотҡарыусылар һәм табиптар юллана. Асыҡланыуынса, “Урал” йөк машинаһына 26 йәшлек ир идара иткән, “Богдан” автомобиле рулендә 20 йәшлек егет ултырған. Күренеүенсә, еңел машина ҙур транспортҡа арттан барып бәрелгән. Уның эсендә биш йәш кеше ултырған. Икәүһе урында һәләк булған. Егеттәргә 20-шәр йәш булыуы билдәле. Өс кеше йәрәхәтләнгән. Йөк машина водителе йәрәхәтләнмәгән.

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, еңел машинаның тормоз юлы 54 метр тәшкил иткән. Шуныһы, машина хужаһы рулдә булмаған, ә пассажир урынында ултырған. Ул һәләк булған. Рулдәге иптәшенең ҡанын токсикологик матдәләргә тикшерәсәктәр.

Әле был аварияны тикшереү бара. Ҡышын юл йөрөү бермә-бер ауырлаша, айырыуса ҡараңғы ваҡытта. Шуға күрә кис юлға сыҡһағыҙ, айырыуса һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. 

Фото: ЮХХДИ. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас