Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2022, 13:00

Беренсе боҙ үткәүеле асылды

Әммә унда автомобилдәргә сикләүҙәр ҙә бар.

Беренсе боҙ үткәүеле асылдыБеренсе боҙ үткәүеле асылды
Беренсе боҙ үткәүеле асылды

Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлында, Өфө йылғаһы аша беренсе боҙ үткәүеле асылды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, боҙҙоң ҡалынлығы 25 сантиметр, ике тонна йөк күтәреү мөмкинлегенә эйә, ике һыҙаттан тора. Һыҙаттың киңлеге – 50 метрға, үткәүел оҙонлоғо 300 метрға тиң.

“Боҙ аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ. Хәүефһеҙлек буйынса барлыҡ талаптарҙы ла теүәл үтәгеҙ. Билдәләнгән йөк күтәреү сигенән ауырлыҡты арттырмағыҙ”, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.

Боҙ кисеүҙәре — йылға һәм күлдәрҙең боҙ япмаһы буйлап һалынған юлдар, улар ваҡытлыса ҡышҡы автомобиль юлдарының бер өлөшө булыуы мөмкин, ваҡытлыса яраҡһыҙ булған күперҙе йәки ҡышын даими юлдың ҡышҡы ваҡытта паром ҡулайламаһын алмаштыра.

Боҙ кисеүҙәре йылға менән айырылған ике алыҫ тораҡ пункт араһында транспорт бәйләнешен булдырыу мөмкинлеген бирә.

Фото: @mchsrb.

Беренсе боҙ үткәүеле асылды
Беренсе боҙ үткәүеле асылды
Беренсе боҙ үткәүеле асылды
Беренсе боҙ үткәүеле асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас