Был видеояҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай. Ғүмере ҡыл өҫтөндә булған был баланың...
Күренеүенсә, йәйәүлеләр үткәүеленән икеһе ике яҡтан ир кеше менән бала үтергә сыға. Тыныс ҡына китеп барған саҡта өлкәне ҡапыл алға һикерә һәм ҡаршыһына килгән баланы күтәреп ситкә сығара. Шул секундта ошо урындан ҙур тиҙлектә машина үтеп китә.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ул автомобилдең руле артында иҫерек водитель ултырған. Ул, һис шикһеҙ, баланы тапатыр ине. Бәхеткә күрә, эргәләге кешенең ҡыйыулығы, тиҙ реакцияһы арҡаһында баланың ғүмере ҡотҡарыла.
Юлды светофорҙың йәшеленә йәки йәйәүлеләр үткәүеле аша үткән саҡта ла бик иғтибарлы булырға кәрәк. Водителдәрҙең ниндәй хәлдә икәнен белеп булмай шул... Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Фото: "Новости Уфы и Республики Башкортостан" төркөмөндәге видеонан скриншот.