Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәр һыуытыу менән янғын осраҡтары арта. Бинаны, йортто электр приборҙары менән йылытыу, мейескә утты ныҡ яғыу һ.б. осраҡтарҙың ҙур бәләгә килтереүе ихтимал.
Кисә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йорт янып киткән. Янғын тураһында хәбәр килеү менән урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Байдәүләт ауылы хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етеп, утты һүндергән. Янғындан 1952 йылғы ир зыян күргән, уны Стәрлетамаҡ ҡалаһының тән бешеүен дауалау үҙәгенә оҙатҡандар. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
Шулай уҡ ут сығыу осрағы Сибай ҡалаһында ла теркәлгән. Бында таҡта ярыу цехы бинаһының бер өлөшө янған. Кисә кис Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Сибайҙа етештереү бинаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортсотан буйынса Баш идаралығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Төйәләҫ ауылының ирекле янғын командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, беренсе бүлексә килеп еткәндә 10х60 метр ҙурлыҡтағы пилорама бинаһының бер өлөшө янған булған. Янғын һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе был хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын сыҡҡан осраҡта тиҙ арала 101 йәки 112 номерҙары буйынса тейешле хеҙмәттәргә шылтыратығыҙ.
Фото: "Башинформ".