Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Декабрь 2022, 13:04

Заман бәләһе өҙә ғүмерҙәрҙе

Терроризм – глобаль проблемаларҙың береһе

Терроризм – етди енәйәт. Ойошҡан кешеләр төркөмө, көс ҡулланыу юлы менән үҙ маҡсатына өлгәшергә тырыша. Улар халыҡ күп йөрөгән урында шартлауҙар ойоштора, ҡорал ҡуллана һәм тотҡонға ала. Йыш ҡына ҡорбандары – ғәйепһеҙ кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балалар ҙа бар.

Террорсылар нисек эш итә? Башлыса мөһим объекттарҙы, сауҙа үҙәктәрен, күңел асыу урындарын, көнкүреш биналарын, транспорт һәм күперҙәрҙе шартлатыу, яндырыу, кешеләрҙе тотҡонға алыу, ҡоралдан атыу, ағыулау, күпләп ҡурҡытыу тойғоһо уятыу алымдарын ҡулланалар.

Тап ошоларҙы күҙ уңында тотоп, 1998 йылдың июлендә Терроризмға ҡаршы көрәш тураһындағы федераль закон ҡабул ителде. Ул Рәсәй Федерацияһында терроризмға ҡаршы көрәштең хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙен билдәләй һәм, уны тормошҡа ашырыуға бәйле, граждандарҙың хоҡуҡтары, бурыстары һәм гарантиялары тураһында һөйләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, терроризм осраҡтары арта, үҙенең масштабы, көтөлмәгәнлеге һәм социаль-сәйәси проблемаларҙың эҙемтәләре буйынса иң хәүефлеләрҙең береһе тип һанала. 26 сентябрҙә Ижевск ҡалаһының 88-се мәктәбендә бер әҙәмдең мәктәпкә инеп, ҡорал ҡулланыуына бәйле, 17 кеше һәләк булды, шуларҙың 11-е – балалар.

Яңы фажиғәләрҙе нисек булдырмаҫҡа?

Белем биреү учреждениелары  балалар өсөн хәүефһеҙлек шарттары тыуҙырырға тейеш, был “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тура­һында” Федераль законда беркетел­гән. Уҡыу йортонда хәүефһеҙлек сигнализацияһы, үҙәкләштерелгән һаҡ пультынан тоташтырылған хәүеф төймәһе, видеокүҙәтеү, һаҡлау посы булыуы шарт. Мәктәптә турникет, инеү-сығыу контроле һәм идара системаһы ла – хәүефһеҙлек талаптарының бер шарты. Былар Рәсәй Федерацияһының Милли стандартына индерелгән.

Белем биреү ойошмаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү

Мәктәпкәсә, дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмалары объекттарында һаҡлау хеҙмәттәрен күрһәтеүҙең талаптары ГОСТ Р 58485-2019 4.1 һәм 4.2 пункттарында билдәләнгән. Бынан тыш, мәғариф учреждениеларында терроризмға ҡаршы башҡа ҡағиҙәләр ҙә бар.

Район-ҡала мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында хәүеф­һеҙлек саралары ҡәтғиләштерелде. Ижевск ҡалаһында фажиғәле ваҡиғанан һуң яңы сикләүҙәр – “ябыҡ ишектәр” тәртибе ғәмәлгә индерелде. Балалар баҡсаларына инеү өсөн иртән һәм кис кенә ишектәр асыҡ. Ата-әсәләргә унда пропуск йә шәхесте раҫлаған документ буйынса ғына инә ала, сит кешеләргә – ғариза буйынса. Мәктәптәрҙә лә ошондай сикләүҙәр индерелгән. “Дәрес барышында өлкәндәргә мәктәпкә килеү алдан яҙылыу буйынса рөхсәт ителә. Мәҫәлән, подрядсы ойошманың электригы ауырып, урынына икенсеһен ебәрһәләр, һаҡсылар уны үткәрмәйәсәк, сөнки исемлектә ул юҡ, – ти мәғариф идаралығы хеҙмәткәре Александр Арыҫланов. – Уҡытыусылар һәм класс етәкселәре балалар менән ҙур эш алып бара. Шикле әйберҙәр асыҡланһа, мин нимә эшләргә тейеш? Атыу тауышын ишеткәндә, шартлау булһа, ни эшләргә? Тотҡондар араһында булһағыҙ йәки  телефон аша янау алғанда үҙеңде нисек тоторға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға уҡыусылар мәктәптә практик күнекмәләр аша яуап таба. Дәрестә һәм класс сәғәтендә аманатҡа алынғанда хәүефһеҙлек талаптарын өйрәнәләр, был һаулыҡты һәм ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә”, – тип өҫтәне белгес.

Терроризмдан ҡурҡмау мөмкин түгел, был – террорсыларҙың психологик алымы.

Аманатҡа алынғанда хәүеф­һеҙлек саралары

l Ҡаһарманлыҡ күрһәтергә маташма, һеҙ  енәйәтсе менән эш итәһегеҙ һәм тағы бер үлем уны туҡтатмаясаҡ.

l Тотҡондарға ҡаршы физик көс ҡулланыуҙан тыш, психологик тетрәнеү ҙә өҫтәлә.

l Аманатҡа алынһағыҙ, хәлде анализлап, күңелһеҙ уйҙарҙан арынығыҙ. Ҡайҙа булғанығыҙҙы асыҡлағыҙ, ҡасыу юлдарын, янғын сыҡҡан осраҡта йәшенергә мөмкин булған урынды билдәләгеҙ.

l Дөйөм төркөмдән айырылмағыҙ, енәйәтселәргә һорау бирмәгеҙ, янамағыҙ.

l Террорсыларҙы ентекләп ҡарағыҙ, уларҙың психик торошон, ҡоралын баһалағыҙ, сигенеү юлдары тураһында уйлағыҙ.

Һеҙҙе азат итеү операцияһы башланғанын аңлаһағыҙ, йүгермәгеҙ, ҡысҡырмағыҙ, аяғөҫтө тормағыҙ, иҙәндә башығыҙҙы ҡул, терһәктәр менән ҡабырғаларҙы ҡаплағыҙ.

Махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙең бойороғонан башҡа бер нәмә лә эшләмәгеҙ, юғиһә уларҙың эшенә ҡамасауларға мөмкин. Операция тамамланғансы, бүлмәнән сыҡмағыҙ.

Бүлмәлә газ ҡулланылһа, күҙҙәрҙе йомоп ятығыҙ, танау, тын алыу юлдарын яулыҡ, еңле куртка, баш кейеме менән ябығыҙ. Уңышлы һөҙөмтәгә ышанысты юғалтмағыҙ.

- Гөлназ САЛАУАТОВА

Читайте нас: