Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йылға буйҙарындағы хәүеф тураһында иҫкәртте.
"Бөгөн боҙға бәйле хәлдәрҙе мониторинглау маҡсатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан коллегалар менән берлектә баш ҡаланан алып Нуриман районының Павловка ҡасабаһына тиклем Өфө йылғаһы тәңгәленән осоп, уның торошон ҡараныҡ. Һауаның һалҡынлығына ҡарамаҫтан, күп кенә урында асыҡ участкалар бар, йоҡа боҙ ҡатламы күҙәтелә. Шуға ла балыҡсылар йыйылған урында профилактик рейдтар үткәрҙек, белешмәләр тараттыҡ һәм уларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләнек.
Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙе һаҡ булырға, йоҡа боҙға сыҡмаҫҡа саҡырам. Хәтерегеҙгә төшөрәм, республикабыҙҙың һыу объекттарында быйыл 1 ноябрҙән алты кеше һәләк булды, шул иҫәптән бер бала. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ", - тип яҙҙы Ирек Сәғитов.
Фото: Ирек Сәғитовтың сәхифәһе.