Ноябрь аҙағында Октябрьский ҡалаһында тотош бер ғаилә һөрөм газы менән ағыулана. 45 йәшлек ир, уның 36 йәшлек ҡатыны һәм 9, 12 һәм 14 йәшлек балалары ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға эләгә.
Ғаилә күп фатирлы йортта йәшәгән. Бер мәл өйҙә саҡта уларҙың барыһының дә хәле насарлана һәм улар бер-бер артлы аңын юғалта башлай. Ғаилә башлығы ашығыс хеҙмәттәр саҡыртып өлгөрә, шуға күрә генә уларҙы ваҡытында дауаханаға алып барып өлгөрәләр.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, фатирҙа газ колонкаһы һәм газ плитәһе булған, ағыуланған саҡта ғаилә улар менән файҙаланған.
Әле асыҡланыуынса, 12 йәшлек малай һәләк булған. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һылтанып “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Был хәл буйынса енйәт эше ҡуҙғатылған.
Көндәр һыуытыу менән илебеҙҙең әле был, әле икенсе ҡалаһында газ шартлауы, кешеләрҙең һөрөм газына ағыуланыуы тураһында хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Газдың ҡорбаны булмау өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Бары тик төҙөк ҡорамалдар менән файҙаланырға, даими рәүештә уларҙы белгестәрҙән тикшертеп торорға кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.