Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Декабрь 2022, 17:00

Әсәй ҙә, атай ҙа шатлыҡтан иланы...

"Ярай әле, беҙҙең бригада уларҙың йорто эргәһендә генә булып сыҡты”, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты фельдшер.

Әсәй ҙә, атай ҙа шатлыҡтан иланы...
Әсәй ҙә, атай ҙа шатлыҡтан иланы...

Бәләгә тарыған һигеҙ айлыҡ сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙарын ашығыс ярҙам бригадаһы табиптары мөғжизә тип һанай.  Бала “лего” конструкторының бәләкәй генә детален йотҡан һәм тын ала алмай башлаған. Был ваҡиға хаҡында социаль селтәрҙә Өфө фельдшеры яҙған.

Ашығыс ярҙам бригадаһы температураһы юғары күтәрелгән бөтөнләй башҡа ауырыуға килгән була. Китергә йыйынғанда яҡындағы йорттан бер ир йүгереп сыға, уның әйтеүенсә, сабыйҙары уйынсыҡ йотоп, тын ала алмай башлаған.

“Уйынсыҡ детале тын алыу юлына киткән. Беҙҙең килеүебеҙгә әсәһе баланы аяғынан тотоп һелкетә ине. Сабыйҙы алып, уға тәүге ярҙамды күрһәтә башланым. 20 секундтан һуң теге деталь килеп төштө. Бала ҡысҡыра, атай ҙа, әсәй ҙә илай. Бөтәһе лә яҡшы тамамланды. Ярай әле, беҙҙең бригада уларҙың йорто эргәһендә генә булып сыҡты”, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша фельдшер.

Медицина хеҙмәткәре әйтеүенсә, сабыйҙың аҙыҡ йәки ниндәйҙер әйбер менән тыны ҡыҫылһа, уны аяғынан тотоп һелкетергә ярамай. Иҙәнгә төшөрөп ебәреү ихтималлығынан тыш, баш һөйәген имгәтеүегеҙ мөмкин. Ғөмүмән, сабыйҙар эләктереп алырлыҡ ваҡ предметтар уның эргәһендә булырға тейеш түгел, сөнки бала һәр нәмәне ауыҙына ҡабырға тырышасаҡ, бындай хәлдәр, үкенескә ҡаршы, тормошта йыш ҡына булып тора.

 Фото: Санкт-Петербург.ру

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: