Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Декабрь 2022, 15:00

Аяныслы хәл: тыныс тормошта ла күпләп һәләк булалар

Янғын сығыуын күргәс тә “101” һәм “112” телефондарына шылтыратығыҙ.

Аяныслы хәл: тыныс тормошта ла күпләп һәләк булалар
Аяныслы хәл: тыныс тормошта ла күпләп һәләк булалар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Коммунарҙар урамында ике ҡатлы йортта янғын теркәлгән.

Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына килгәс, инде өлөшләтә күсерелгән йоттоң беренсе ҡатындағы фатирҙа сүп-сар янған булған. Утты һүндергән саҡта үле ирҙең кәүҙәһе табылған. Әле һәләк булған кешенең кем булыуы асыҡлана. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй, янғын сәбәптәре һәм ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн дә янғындар теркәлә. Мәҫәлән, кисә Өфөнөң Ленин урамындағы 32-се йортта янғын булған. Янғын һүндереүселәр килгәндә елләтеү торбаһының тышҡы өлөшөн яныуы һәм бина эсендә төтөн сығыуы күҙәтелгән. Ҡотҡарыусылар 35 кешене эвакуациялаған, зыян күргәндәр юҡ.

– Хөрмәтле граждандар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡһыҙ эш итмәгеҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ, электр приборҙарын хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Янғын сығыуын күргәс тә “101” һәм “112” телефондарына шылтыратығыҙ, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта ла кешеләрҙең янып үлеүҙәре аяныслы. Ниңә ошондай хәлдәрҙән һабаҡ алмайбыҙ?!

Фото: @mchsrb.  

Аяныслы хәл: тыныс тормошта ла күпләп һәләк булалар
Аяныслы хәл: тыныс тормошта ла күпләп һәләк булалар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: