Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә 04:30 сәғәттә ведомствоға Стәрлетамаҡ ҡалаһының Коммунистик урамындағы күп фатирлы йортта янғын булыуы тураһында хәбәр иткәндәр.
Янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр шунда уҡ урынға сыҡҡан. Йорттан 15 кешене, шул иҫәптән өс баланы эвакуациялағандар.
Янғындан фатир зыян күргән. Утты һүндергән саҡта 1928 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
– Хөрмәтле граждандар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡһыҙ эш итмәгеҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ, электр приборҙарын хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Янғын сығыуын күргәс тә “101” һәм “112” телефондарына шылтыратығыҙ, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Фото: @mchsrb.