Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.
"Республикала «Коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәтендәге янғындарға - юҡ» иҫкәртеү акцияһы дауам итә. Мин йылдың тап ошо миҙгелендә, һыуыҡтар башланғас, уның көнүҙәклеге тураһында яҙғайным инде. Бөгөн коллегаларым менән рейдҡа үҙем сыҡтым. Йыл һайын шәхси секторҙа, шул иҫәптән дача һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғындар һаны ҡышын 2,5 тапҡырҙан күберәккә арта. Баҡсаларҙа үҙәк йылытыу системаһы юҡ, кешеләр электр энергияһын файҙалана, мейес яға, баллондарҙа килтерелгән газда ашарға әҙерләй, был янғын сығыу буйынса өҫтәмә хәүеф тыуҙыра.
Быйыл республиканың баҡса йорттарында 360-тан ашыу янғын булған, уларҙа 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындарҙың йыш осраған сәбәптәре араһында - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғын ваҡытында һәләк булғандарҙың 50 проценттан ашыуы алкоголдән иҫергән хәлдә булған. Профилактик рейдтар, ихаталарҙы йөрөп сығыу, граждандарҙың айырым төркөмдәренә ҡулланмалар һәм янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар таратыуҙан тыш, беҙ баҡса эсендәге юлдар торошона ла етди иғтибар бирәбеҙ, был янғын подразделениеларының коммерцияға ҡарамаған ойошмаһындағы янғындарға иғтибар итеүендә төп әһәмиәткә эйә.
Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн янғын хәүефһеҙлеге сараларына иғтибарлыраҡ булырға саҡырам! Торлаҡ торошон баһалағыҙ, электр ҡорамалдарына артыҡ көс төшөрмәгеҙ, мейестәрҙең һәм газ ҡорамалдарының төҙөклөгөн күҙәтегеҙ. Был - һеҙҙең именлеккә ҡағылышлы бик мөһим мәсьәләләр. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип яҙған ул.
Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ та. Ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: Ирек Сәғитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.