Хәүефһеҙлек
19 Декабрь 2022, 14:30

Байрамды матур ҡаршыларға теләһәгеҙ...

Республикалағы янғындарҙа 215 кеше һәләк булған.

Байрамды матур ҡаршыларға теләһәгеҙ...Байрамды матур ҡаршыларға теләһәгеҙ...
Байрамды матур ҡаршыларға теләһәгеҙ...

2022 йылдың 19 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 10 605 янғын теркәлгән, уларҙа 215 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 12 бала, ә 265 кеше тән йәрәхәттәре алған.

Һалҡын ваҡытта йылытыу ҡоролмалары, электр селтәренең көсөргәнешле эшләүе, шулай уҡ мейесте артыҡ яғыу сәбәпле янғындар арта. Утҡа бәйле фажиғәләрҙең күбеһендә кеше үҙе ғәйепле.

– Республиканың барлыҡ халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ. Бер розеткаға күп электр приборҙарын ҡуймағыҙ, йылытыу ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, төндә һүндерегеҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, түшәктә тәмәке тартыу насар ғәҙәт кенә түгел, иртәгә йортһоҙ ҡалыу ихтималлылығын да тыуҙыра. Яңы йыл алдынан тормошоғоҙҙоң нәҡ ошо күңелһеҙ яҡҡа үҙгәреүен теләйһегеҙме?! – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Барыһы ла һәр кемдең яуаплылығына бәйле.

Фото: @mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас