Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2022, 09:30

Шок: өй тулыһынса емерелгән!

Хужаның ярты тәне янған, ул - реанимацияла. Ә ҡатыны... 

Шок: өй тулыһынса емерелгән!
Шок: өй тулыһынса емерелгән!

Был ҡурҡыныс кадрҙарҙы күрҙегеҙме әле? Күрше Татарстандың Минзәлә ҡалаһы янындағы коттедж ҡасабаларының береһендә кисә иртә менән булған ул хәл.

Күренеүенсә, коттедждың шартлаған мәлен күршеләрҙең видеокүҙәтеү камераһы төшөрөп алған. Шартлау тулҡыны шул тиклем көслө булған, йорттоң бөтә тәҙрәләре һәм ишектәре сығып осҡан, ә ҡыйығы бер нисә метрға “һикергән”. Өй тулыһынса емерелгән. Янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндергән.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, шартлауҙың сәбәбе – газ. 59 йәшлек йорт хужаһы ауыр хәлдә реанимацияла, уның ярты кәүҙәһе янған. Ә бына ҡатыны зыян күрмәгән тиҙәр.

Һуңғы арала газ шартлауға бәйле бәхетһеҙ осраҡтар артты. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаһаҡ ине. Алда оҙайлы байрам көндәре көтөлә, һаҡлыҡ сараларын күрәйек!

Фото: daytimenews.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: