Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2022, 14:30

Ялған хәбәрҙәргә ҡаршы көрәш дауам итә

Быйыл Рәсәйҙә таратылған фейктар һаны 3,7 меңдән артҡан.

Ялған хәбәрҙәргә ҡаршы көрәш дауам итә
Ялған хәбәрҙәргә ҡаршы көрәш дауам итә

Быйыл Телеграм мессенджерында “Фейктарға ҡаршы көрәш. Башҡортостан” платформаһы эшләй башлағайны. Йыл башынан алып был ресурста туғыҙ федераль һәм 28 төбәк фейкы эшкәртелде.

“Республикаға идара итеү” проекты етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков әйтеүенсә, ялған мәғлүмәттәрҙең күпселеге махсус хәрби операция темаһына бәйле. Мәҫәлән, Өфө егетенә өлөшләтә мобилизация тамамланғас хәрби комиссариатҡа повестка тапшырылыуы тураһындағы ялған хәбәр таралғайны.

– Фейк яңылыҡтың маҡсаты – уйлап сығарылған ваҡиға тирәләй ығы-зығы тыуҙырыу, ҡотҡо таратыу, – ти Дмитрий Черенков.

“Рәсәй бөгөн” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы майҙансығында үткән “Ялған мәғлүмәттәргә ҡаршы эш итеү буйынса эш йомғаҡтары” тигән матбуғат конференцияһында фейктарҙың таралыуына кәртә ҡуйыу һәм уларға ҡаршы көрәшеү өсөн инфраструктураны үҫтереү алымдары тураһында фекер алыштылар. Унда “Диалог Төбәктәр” ойошмаһының генераль директоры Владимир Табак, власть органдары, ҙур мәғлүмәт майҙансыҡтары вәкилдәре, ил төбәктәре башлыҡтары ҡатнашты.

Владимир Табак әйтеүенсә, быйыл Рәсәйҙә таратылған ялған хәбәрҙәр һаны 3,7 меңдән артҡан. Иң популяр фейктар: махсус төшөрөлгән йәки архив фотолары һәм видеолары, ялған документтар, мәғлүмәтте күрәләтә боҙоп биреү. Махсус хәрби операция барған биләмәләргә сиктәш өлкәләрҙә, Ҡырымда ялған яңылыҡтар әүҙем таратыла.

Быйыл “Диалог” “Лапша Медиа” фактчекинг платформаһын ғәмәлгә индерҙе. Ул эксперттарҙың, төп мәғлүмәт сараларының һәм вуздарҙың фейктарға квалификациялы баһаһын сағылдыра.

“Лапша Медиа” – ул чат-бот, медиамониторинг, фейктарға ҡаршы эш итеү тураһындағы меморандум нигеҙендә интернет-майҙансыҡтар менән партнерлыҡ, фейктар базаһы һәм һанлы технологиялар буйынса белем биреү контенты. Платформа эшләй башлағандан алып унда мәҡәләләрҙе һәм хәбәрҙәрҙе тикшереүҙе һорап 85 меңдән ашыу мөрәжәғәт булған.

“Диалог Төбәктәр” ойошмаһы аналитиктары әйтеүенсә, һорауламала ҡатнашҡандарҙың 19 проценты ғына “Лапша Медиа” каналы тураһында хәбәрҙар. Әүҙем аудиторияның сирек өлөшөн 35 йәштән кесерәктәр тәшкил итә. Рәсәйҙәрҙең 64 проценты дөрөҫтө уйҙырманан айыра беләм тип иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта уларҙың 52 проценты тикшереү барышында хаталанды. Владимир Табак әйтеүенсә, мәғлүмәтте танып белеүҙә халыҡ үҙенең тойомлауына ныҡ таяна, ә фактчекинг ресурсһыҙ ялғанды дөрөҫлөктән айырыу еңел түгел.

– Мәғлүмәти генә түгел, милли именлеккә хәүеф янай. Беҙгә дәүләттең һәм граждандар йәмғиәтенең - власть органдарының, йәштәрҙең, киң мәғлүмәт саралары, юғары уҡыу йорттары вәкилдәренең, эксперттар берләшмәһенең тупланыуы кәрәк. Фейктарҙы ваҡытында эшкәрткән осраҡта ғына граждандар өсөн хәүефһеҙ мәғлүмәттәр мөхитен төҙөргә мөмкин, – тине Владимир Табак.

 

Ялған хәбәрҙәргә ҡаршы көрәш дауам итә
Ялған хәбәрҙәргә ҡаршы көрәш дауам итә
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: