Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2022, 22:15

Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..

Баймаҡ, Краснокама райондарындағы аварияларҙа кешеләр һәләк булған.

Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..
Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..

Кисә республика юлдарында ун биш автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, ун дүрт кеше йәрәхәтләнгән.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы эргәһендә, Йомаш – Үрге Таулыҡай юлының 21 километрында, төндә урында йәшәгән 48 йәшлек водитель “ВАЗ-2112” автомобилендә 55 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле шул урында һәләк булған. Водитель әйтеүенсә, ҡатын юл уртаһында ултырған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү алып барыла.

– Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе төндә була. Йәйәүленең һыны асыҡ күренмәүе лә мөмкин, был иһә водителдең хаталаныуына сәбәпсе була. Төнөн юл аша сыҡҡанда йәйәүленең яҡтылыҡты сағылдырыусы әйбере булырға тейеш. Юл аша сыҡҡанда, юл ситендә йөрөгәндә төнөн йәки насар күренгән шарттарҙа был йәйәүлеләргә кәңәш ителә, ә инде тораҡ пункттарҙан ситтә йәйәүлеләр яҡтылыҡты сағылдырыусы элементлы әйберҙәр йөрөтөргә һәм улар транспорт водителдәренә күренергә тейеш, – тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов Телеграм каналындағы сәхифәһендә.

Бөгөн иһә Краснокама районында ла фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Дүртөйлө – Нефтекама трассаһының 58 километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “ВАЗ-2114” һәм ҡаршы килгән “МАЗ” йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль пассажиры ваҡиға урынында уҡ һәләк булған, уның водителе дауаханаға оҙатылған.

Ҡәҙерле юлсылар! Һауа шарттарының насарайыуы, ҡар яуыуы, юлда боҙлауыҡ күҙәтелә. Бындай көндә тиҙлек режимын артмағыҙ, арауыҡты күҙәтеп барығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын тағығыҙ, бик иғтибарлы булығыҙ. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Фото: @bash_gibdd.

Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..
Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..
Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..
Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..
Юл уртаһында үлемен көтөп ултырғанмы икән?..
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас