Социаль селтәрҙәрҙә яралы аттың фотоһы таралды. "Сибай - Әлмөхәмәт араһында яралы ат тора. Төрлө төркөмдәргә таратығыҙ, бәлки хужаһы табылыр", тип яҙалар.
Төркөмдәрҙә кешеләр яҙған комментарийҙарҙан күренеүенсә, аттың бынан алда Асҡар - Сибай юлында булған авария һөҙөмтәһендә яраланған булыуы ихтимал. Ул авария мәлендә "Лада Гранта" автомобиле водителе йылҡы өйөрө менән бәрелеп, үҙе һәм ике пассажиры тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылғайны. Ваҡиға урынында ике аттың йән биргәне лә билдәле. Был мәхлүк хайуан да шул бәрелештә зыян күргәндер, тип яҙа төркөм ағзалары.
Комментарий яҙыусылар араһында "аттың хужаһы үҙен белдермәҫ һәм авария осрағы өсөн яуап бирмәҫ өсөн өндәшмәүе лә ихтимал" тиеүселәр ҙә, шулай уҡ "аттың хужаһы табылды" тип хәбәр итеүселәр ҙә бар.
Нисек кенә булмаһын, бәләгә тарығандар тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫһын, бахыр хайуан да ярҙамһыҙ ҡалмаһын ине.
Фото WhatsApp мессенджерынан.
Сығанаҡ: vk.com/askar_abzelil