Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2022, 16:00

Әгәр ҡатын ярҙамға ташланмаһа...

Башҡортостанда быйыл хайуандар һөжүменән 2713 бала зыян күргән.

Әгәр ҡатын ярҙамға ташланмаһа...
Әгәр ҡатын ярҙамға ташланмаһа...

Нефтекама ҡалаһында мәктәп уҡыусыһына берәҙәк эт һөжүм иткән. Ваҡиға Декабристар һәм Кувыкин урамдары киҫешкән урында булған.

Өс уҡыусы урамда китеп барғанда эргәләренә эт йүгереп килеп, береһенән сумкаһын тартып алған. Бала эткә һелтәнгән хәрәкәт яһаған һәм ҡасырға булған. Әлбиттә, хайуанға был оҡшамаған, ул баланы баҫтырып етеп, ергә ҡолатҡан. Малайға эргәһенән үтеп барған ҡатын ярҙам иткән.

Тәфтиш комитеты, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 293-сө статьяһына ярашлы, берәҙәк эттең һөжүм итеү осрағы буйынса тикшереү ойошторған. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның барлыҡ сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү барышында берәҙәк хайуандарҙы аулауҙы ойоштороуға яуаплы вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Башҡортостанда 2022 йылда хайуандар һөжүменән 2713 бала зыян күргән. Уларҙың ике меңе берәҙәк эттәрҙең һөжүменән зыян күрә, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: vk.com/surbsk

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: