Һауа шарттарының насарайыуына бәйле, бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем баш ҡалаға Өфө – Аэропорт, Өфө – Шаҡша – КПМ, Бөрө тракты, Өфө – Затон йүнәлештәрендәге юлдарҙа йөк автомобилдәренә йөрөү сикләнде.
Шулай уҡ бөгөн 10.30 сәғәттән (урындағы ваҡыт буйынса) Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлдары участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк машиналары өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде. Сикләүҙәр яҡынса 18.00 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса) бөтөр тип көтөлә.
Башҡортостан дәүләт юл идаралығының бойороу актына ярашлы, 23 декабрҙә урындағы ваҡыт буйынса 9.30 сәғәттән алып ауыр йөк машиналары, пассажир автобустары, беркетелгән маршрут таксиҙары өсөн Өфө – Бөрө – Яңауыл төбәк юлының 34+000 — 100+000 километрында, насар һауа шарттары (ҡар, епшек ҡар, буран, боҙло ямғыр, юл насар күренә) башланыу сәбәпле, юл хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелде. Был сараның тамамланыу ваҡыты — урындағы ваҡыт буйынса 14.00 сәғәттә (насар һауа шарттарының дауам итеүенә бәйле был ваҡыттың үҙгәреүе ихтимал).
Фото: @bash_gibdd