Бөгөн Мишкә районында ике кешенең ғүмерен өҙгән авария булды. Ваҡиға урынына Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығының начальнигы Владимир Севастьянов барҙы.
"Мишкә районында теркәлгән авария урынында һәләк булған ике кешене һәм селпәрәмә килгән машинаны күрҙем. Фараз буйынса, Өфө – Яңауыл трассаһының 124-се километрында Бөрөнән Яңауыл яғына китеп барғанда “Опель Астра”, ҡар таҙартыу техникаһын уҙып китеп, юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм водитель идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә ҡаршыға килгән “КамАЗ”ға бәрелә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, 61 йәшлек водитель һәм уның 24 йәшлек улы ваҡиға урынында һәләк була.
Республикала әле һауа шарттары насар. Өҙлөкһөҙ ҡар яуыуы, һепертмә буран, урыны менән боҙ һәм көслө ел хатта тәжрибәле водителдәргә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ашыҡмауығыҙҙы һәм руль артында киҫкен хәрәкәттәр яһамауығыҙҙы һорайым. Мөмкин тиклем һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙ өсөн генә түгел, пассажирҙарығыҙ өсөн дә яуап бирәһегеҙ", – тип яҙҙы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Кисә, 22 декабрҙә, республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ете кеше зыян күргән. Бер тәүлектә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1300-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, 16 иҫерек водителде тотҡан, уларҙың өсәүһе икенсе тапҡыр иҫерек килеш рулгә ултырған.
Тотороҡһоҙ һауа торошо автомобиль йөрөтөүселәр өсөн хәүеф тыуҙыра, шуға ла көслө ҡар, буран ваҡытында юлға сыҡмай тороу яҡшы. Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙе һәма яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: @bash_gibdd.