Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2022, 20:45

Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Фажиғәле хәл төндә Өфө һәм Ғафури райондарында теркәлгән.

Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә төндә Өфөнөң Орджоникидзе районындағы "Сейә" коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә янғын сыҡҡан.

Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына барып еткәс, 5х4 метр ҙурлыҡтағы баҡса йортонда янғын сығыуы асыҡланған. "Янғынды һүндергән ваҡытта 1966 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған", - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йәнә бер бәхетһеҙ осраҡ Ғафури районының Красноусол ауылында була. Дуҫлыҡ урамындағы 7х10 метр ҙурлыҡтағы йортҡа "ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлай. Янғын һүндереүселәрҙең етеҙ эш итеүенә ҡарамаҫтан, был юлы ла утты һүндергән саҡта 1957 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Әле ваҡиға урынында тикшереү бара, янғын сәбәптәре асыҡлана. Фажиғәне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүселәре тикшерә.

Көндәр һыуытыу менән янғын сығыу осраҡтары күбәйҙе. Ут менән һаҡ булығыҙ, йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, яғылған мейесте һүндермәй сыҡмағыҙ, газ приборҙары менән иғтибарлы булығыҙ!

Фото: "Башинформ".

Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Янғында ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: