23 декабрҙә кис Кемерово ҡалаһында рөхсәтһеҙ эшләгән шәхси ҡарттар приютында янғын сыға. Унда йәшәгәндәрҙең күбеһе йоҡлаған мәлдә бина янып киткән, бик аҙҙар ғына сығып өлгөргән. 22 кеше һәләк булған, тағы алтау яраланған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шәхси ҡарттар йортонда янғын мейесте дөрөҫ ҡулланмау сәбәпле сыҡҡан.
Таврическая урамындағы был ике ҡатлы бинаның ағас түшәме пенопласт менән көпләнгән булған, шуға ла ялҡын тиҙ таралған.
Янған ҡарттар йорто законһыҙ эшләгән, тип хәбәр итә үҙәк матбуғат сығанаҡтары. Уның хужаһы – Андрей Смирнов, евангелия христиан сиркәүе пасторы.
Декабрь башында был ҡарттар йорто етәкселеге Дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторын интернат бинаһына индермәгән булған.
Фото: trmzk.ru