Белорет районында ЮХХДИ инспекторҙары – полиция капитаны Айҙар Зәйнетдинов һәм полиция лейтенанты Альберт Әхмәтшин автобус ватылыу сәбәпле һыуыҡта ҡалған йәш спортсыларға ярҙам иткән.
Капоты асыҡ автобус юл ситендә торған. Уның салонында тренер менән туғыҙ бала булған. Улар милли көрәш буйынса ярышҡа китеп барған.
Эргәһенә килгән полиция хеҙмәткәрҙәренә водитель техниканың боҙолғаны хаҡында белдергән. ЮХХДИ инспекторҙары шунда уҡ яҡындағы Инйәр ауылы мәктәбе директоры менән бәйләнешкә сығып, балаларҙы йылы ергә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл иткән һәм уларҙы үтеп барған автобусҡа ултыртып шунда алып барған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре автомеханик табып, боҙолған техниканы ремонтларға ла ярҙам иткән.
Һөҙөмтәлә йәш спортсылар юлдарын артабан дауам иткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, автобустың техник яҡтан тулыһынса төҙөк булыуына инанғансы, күпмелер ваҡыт транспорт сараһын оҙатып барған. Шулай итеп, улар ярҙамында уҡыусылар ҡышҡы юлда өшөмәгән һәм турнир үткәреү урынына ваҡытында барып еткән.
Фото: "МВД Медиа" төркөмөндәге видеонан скриншот.