Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2022, 14:00

Иғтибар: алдағы көндәргә һауа торошо

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә...

Иғтибар: алдағы көндәргә һауа торошо
Иғтибар: алдағы көндәргә һауа торошо

Башгидрометүҙәк алдағы көндәрҙә һауа торошоноң нисек буласағы хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Бөгөн, 25 декабрҙә, республикала -6-11 градус һыуыҡ. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа - боҙлауыҡ.

26 декабргә ҡарай төндә -7...-12 градус буласаҡ, аяҙытҡанда иһә -15-тән -20-гә тиклем. Иртәгә көндөҙ -5-10 градус һалҡынлыҡ көтөлә. Урыны менән ҡар яуыуы ихтимал.

Шишәмбегә ҡарай төндә -10-15 градус һалҡын булыуы фаразлана. Аяҙытҡанда - 20-25 градусҡаса етәсәк. 27 декабрь көндөҙ -8-ҙән -13-кәсә һалҡын буласаҡ. Яуым-төшөмһөҙ.

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: