Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә төндә Шишмә районының Йәрми ауылында янғын сыҡҡан.
Был турала хәбәр диспетчер пультына 24 декабрҙә киске 22.52 сәғәттә килгән. Шунда уҡ ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Хәбәрҙең һуң ебәрелеүенә бәйле, янғын һүндереүселәр килеп етеүгә ут кирбес йортто һәм гаражды тулыһынса ялмап алған. 23.27 сәғәттә 71 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән, был эшкә һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янған йортта ике кешенең үле кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәрен тәфтиш-оператив төркөм менән берлектә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүселәре тикшерә.
Ут менән һаҡ булығыҙ, йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, яғылған мейесте һүндермәй сыҡмағыҙ, газ приборҙары менән иғтибарлы булығыҙ!
Фото: "Башинформ".