Нуриман районының Яңы Күл ауылында янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролмаһының эшләүе арҡаһында ҙур бәлә-ҡазанан ҡотолғандар.
Йорт хужаһы һүҙҙәренсә, 1964 йылғы ир, төнгө сәғәт икелә ике улы (2008 һәм 2010 йылғы) менән минисирена тауышын уята. Аш-һыу бүлмәһе төтөн менән ҡапланған. Өйҙө ҡарап сыҡҡас, ир мейестән тәмәке төтөнө сыҡҡанын күрә. Асыҡ ут ҡабынып өлгөрмәгән. Ир янғын һүндереүселәрҙе саҡырмайынса, ут сығыу хәүефен үҙаллы бөтөрә.
Бәхеткә күрә, барыһы ла уңышлы тамамлана.
Янғын тураһында иҫкәртеү ҡоролмаһы уларға 2020 йылда ауыл хакимиәте тарафынан бирелгән. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ут сығыу хәүефен ваҡытында иҫкәртеү һәм ғүмерҙе ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә - шуны онотмайыҡ.
Сығанаҡ: vk.com/gumerovfr