Фажиғәле хәл Мәсетле районында теркәлгән. Ҡыҙ Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәгән. Ибраһимовтар ғаиләһендә, унан башҡа, тәрбиәгә алынған тағы дүрт бала бар.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 17 йәшлек ҡыҙҙың үлеме тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. "Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, уның кәүҙәһен бөгөн иртән йәшәгән йортоноң ҡапҡаһынан алыҫ түгел ерҙә тапҡандар. Ведомствола билдәләүҙәренсә, баланың төндә өйөнә ҡайтҡанда өшөүе мөмкин. Уның тәнендә бер ниндәй ҙә йәрәхәт юҡ.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙың психик яҡтан проблемалары булған.
"Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, ғаиләнең торлаҡ-көнкүреш шарттары, социаль хәле тикшерелә, ата-әсәләрҙән, ғаиләнең башҡа ағзаларынан, шаһиттарҙан һорау алына, ваҡиғаға булышлыҡ иткән башҡа сәбәптәр асыҡлана", - тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәфтиш комитетында.
Ҡыҙҙың үлем сәбәптәрен Башҡортостан прокуратураһы ла тикшерә.
Фото: goodfon.ru