Кисә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, алтыһы йәрәхәтләнгән.
Кис Бәләбәй – Йәрмәкәй – Приют автомобиль юлының 46-сы километрында, Спартак ауылы янында, Бәләбәй районынан 42 йәшлек водитель “ВАЗ-2110” автомобилендә 33 йәшлек ирҙе бәрҙерә. Йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булған.
Билдәле булыуынса, ир юл ситенән ҡаршы атлап килгән. Ул ҡара төҫтәге кейемдә булған, яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары ла булмаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү алып барыла.
– Хөрмәтле йәйәүлеләр, хәүефһеҙлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа икәнен онотмағыҙ! Төнөн юл буйында йөрөгәндә йәки насар күренгән шарттарҙа кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булһын. Бынан тыш, йәш юлсыларға айырым иғтибар бүлегеҙ. Балаларығыҙҙың кейемендә һәр ваҡыт сағылдырыусы элементтар булһын, – тип кәңәш итте республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.
Шулай уҡ бөгөн иртәнсәк Өфө районында пассажирҙар транспорты ҡатнашлығындағы авария теркәлгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы Яңы Болғаҡ ауылының Медовая урамында булған – “ПАЗ” мәктәп автобусы һәм “НеФАЗ” маршрут автобусы бәрелешкән. ПАЗ мәктәп автобусында 21 кеше була, шул иҫәптән 20 бала. НеФАЗ-да пассажирҙар булмаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Балаларҙы тәғәйен урынға икенсе автобус алып киткән.
Фото: @bash_gibdd