26 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре Яңы йыл байрамдарында медицина учреждениеларының, коммуналь һәм юл хеҙмәттәренең эшен ойоштороу тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә етәкселәрҙең, диспетчер хеҙмәттәренең дежур итеү графигын, шулай уҡ оператив хәбәр итеү схемаһын раҫлауҙары хаҡында һөйләне.
Коммуналь инфраструктура объекттарында резерв электр менән тәьмин итеү сығанаҡтары, яғыулыҡ запастары әҙерләнгән, 370 авария-тергеҙеү бригадаһы ойошторолған.
Урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы таҙартыуға 1,4 мең берәмек техника һәм 780 кеше йәлеп ителә. Йорт яны биләмәләрен таҙартыу өсөн идара итеүсе компаниялар 351 берәмек техника, 1 638 кеше йәлеп итәсәк. Ҡар күп яуған осраҡта, булған бөтә техника ике сменала эшләйәсәк.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итеүенсә, 25 декабрҙән Өфөлә Ағиҙел йылғаһы яры буйындағы Ҡыш бабай резиденцияһына һәм ҙур һырғалаҡҡа барырға теләүселәр өсөн бушлай автобустар йөрөй башланы. “Дуҫлыҡ монументы“ - Ағиҙел йылғаһының яр буйы” маршруты буйынса шаттлдың эш режимы – көн һайын, көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 10-ға тиклем. Сатырлы урынға 11 ҡала маршрутында барырға мөмкин.
– 31 декабрҙә киске сәғәт 10-дан ҡала һәм район байрам майҙансыҡтарына тиклем 15 минут һайын автобустар йөрөй. Яңы йыл төнөндә йәмәғәт транспортының эше киске сәғәт 2-гә тиклем оҙайтыла, – тине Александр Клебанов.
3-8 ғинуарҙа “Башавтотранс” ял көнө графигы буйынса эшләй. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһының ҡала яны маршруттары буйынса маршрут автобустары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем йөрөй.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 30 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа янғындарҙы иҫкәртеү буйынса штаб форматы индерелеүе хаҡында һөйләне. Ул, атап әйткәндә, халыҡтың социаль яҡланмаған төркөмдәре өсөн кураторлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Яуаплы кешеләр өс көнгә бер тапҡыр уларға килә, кәрәк булған осраҡта мейес һәм электр үткәргестәрен ремонтлауҙа ярҙам итә, ә йорттарҙа төтөндән һаҡлай торған приборҙар ҡуйыла. Урамдарҙа, радио һәм телевидениела иҫкәртеү мәғлүмәте бирелә.
– Ошо форматты ҡулланыу үткән йылдарҙа Яңы йыл байрамдарында янғындарҙа үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. 31 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ, был да янғындар һанын кәметәсәк, – тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.
Оператив кәңәшмә аҙағында төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙып барған йылда эшләгәндәре өсөн республиканың идара итеү командаһына рәхмәт әйтте.
– Беҙ уны иңгә-иң терәп үттек. Һеҙгә ҙур рәхмәт. Быйыл Башҡортостан өсөн сәнәғәт, иҡтисад, гуманитар өлкәлә ҙур ҡаҙаныштар йылы булды. Республика ҡеүәтле иҡтисады, эшһөйәр, илебеҙгә тоғро халҡы булған заманса төбәк булараҡ алға бара. 2023 йылды ла шулай уҡ әүҙем башларбыҙ һәм яңы еңеүҙәргә табан барырбыҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан башлығы сайты.