Яңы йыл кисендә сәғәт уҡтары 12-не һуғыу менән күптәр төнгө күктә мең төрлө уттар балҡытып, фейерверк аттырырға, шуның менән үҙҙәренә, балаларына онотолмаҫ байрам тәьҫораты бүләк итергә ярата. Хәҙер хатта ауыл ерендә лә Яңы йыл төнөндә бер-береһен уҙҙырып, салют аталар, әммә был ғәмәлдә төп талап – хәүефһеҙлек хаҡында оноторға ярамай!
Ниндәйен һатып алырға?
Артыҡ мажара эҙләмәһәгеҙ һәм ғаилә бюджетына һаҡсыл мөнәсәбәттә булһағыҙ, һалҡын утлы фонтандар, бенгаль уттары менән сикләнергә мөмкин. Хәҙерге пиротехника араһында улар иң хәүефһеҙе һанала. Әгәр сағыу тәьҫораттар алырға, иҫтә ҡалырлыҡ байрам ойошторорға теләһәгеҙ, һайлау мәсьәләһенә яуаплыраҡ ҡарарға тура килер.
Беренсенән, пиротехниканы махсус сауҙа нөктәһенән генә һатып алығыҙ. Һатыусынан мотлаҡ тауарҙың сертификатын йәки ярашлылыҡ декларацияһын һорағыҙ, был документтар һәр ваҡыт ҡул аҫтында булырға тейеш. Икенсенән, тауарҙың һауытын ентекле тикшерегеҙ: ул асылған, һыуланған булмаһын. Әгәр пиротехника еүешләнһә, аттырған саҡта уның нимә эшләрен әйтеүе ҡыйын.
Яраҡлылыҡ ваҡытын тикшерегеҙ. Һыҙырылған, төҙәтелгән урындарын күрһәгеҙ, бындай “сюрприз”дан баш тартыу хәйерле. Киләһе кәңәш – ҡулланыу ҡағиҙәләрен ентекле уҡығыҙ. Ҡулланма рус телендә, аңлайышлы итеп яҙылырға тейеш, унда фейерверкты урынлаштырыу тәртибе, хәүефле зона радиусы, тоҡандырыу өсөн бауҙың ҡайҙа урынлашыуы, утилләштереү шарттары булыуы мотлаҡ.
Фекер айырымлыҡтарына ҡарамаҫтан, пиротехника белгестәре Ҡытайҙа етештерелгән фейерверктарҙан хәүефләнмәҫкә кәңәш итә. Күптән түгел “Роскачество”, ошо ил етештергән фейерверктарҙы тикшереп, уларҙа бер тайпылыш та тапмаған. Ҡытай – фейерверктарҙың тыуған иле, шуға күрә пиротехника сәнғәте өлкәһендә ул күптән инде алдынғылар рәтендә.
Ҡайҙа һаҡларға?
Шулай итеп, петардалар һәм фейерверктар һатып алдығыҙ, ти. Уларҙы байрамға тиклем ҡайҙа һаҡларға? Иң яҡшыһы – шкаф эсе йәки ҡоро келәт. Тауарығыҙ һыуланмаһын, дым тартмаһын, эҫе батарея янында һәм ҡояш нурында тормаһын. Биналағы һауа температураһы +30 градустан юғары булмаҫҡа тейеш.
Һаҡлау мәсьәләһенә етди ҡарағыҙ, ҡуйған ерегеҙҙән ауып төшөп, емерелеп, боҙолоп ҡуймаһын. Тағы ла бер мөһим талап – пиротехника балалар ҡулына эләкмәһен. Улар уны тоҡандырып ебәреүе йәки өйҙә килеш аттырыуы ла ихтимал. Петардалар һәм ябай ғына шартлатҡыстарҙың да хәүеф сығанағы булыуын яҡшылап аңлатығыҙ. Уларҙы бер-береңә тоҫҡарға, кеҫәлә алып йөрөргә, үтеп барған кешеләрҙең аяҡ аҫтына ташларға, хайуандарҙы ҡурҡытыр өсөн ҡулланырға ярамай.
Салют өсөн ниндәй урынды һайларға?
Ул ҙур, асыҡ урын булырға тейеш. Фейерверкты ихатала ла аттырырға була, әммә өйгә тиклем ара 100 метрҙан да кәм булмаһын, юғиһә ут тәҙрәгә йәки форточкаға тейеүе, балкон йәки сарҙаҡҡа зыян килтереүе бар. Шулай уҡ эргәлә ағастар, электр сымдары, машиналар, гараждар булмауы шарт. Ҡарап тороусылар мөмкин тиклем ситкәрәк, кәм тигәндә, 30-50 метр алыҫтараҡ торһон. Ул саҡта ҡарауы уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә буласаҡ.
Пиротехниканы ҡулды алға табан һуҙып тоҡандыралар, өҫтөнә эйелмәгеҙ, иң яҡшыһы – эргәһенә сүгәләп ултырыу. Әгәр тоҡанмаһа, кәм тигәндә ике минут көтөгөҙ. Нимә булыуын белеү маҡсатында тауарҙы ҡутармағыҙ. Ҡулланылған фейерверкты бер тәүлеккә һыулы биҙрәгә һалып ҡуйығыҙ һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән бергә ташлағыҙ.
Г. Варисова