28 декабрҙә Өфөлә Дан Бульвары, 6 адресы буйынса “Ҡаһарманлыҡ хроникаһы” тип исемләнгән интерактив музей асылды.
Уны асыу тантанаһында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов, Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һәм башҡа почетлы ҡунаҡтары ҡатнашты.
Музей граждандар оборонаһы темаһына арналған һәм элек хәүефһеҙлек системаһының ниндәй ресурстарға эйә булыуын күрһәтә. Учреждениела әленән үк 300-ҙән ашыу экспонаттар бар, ләкин был башы ғына. Барлыҡ экспонаттар “Хәүефһеҙлек мәктәбе” Башҡортостан төбәк бүлексәһенең "С.О.Б.Р." мобиль отряды” әүҙемселәре тарафынан йыйылған. Был эштәр Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө күп профилле һөнәрселек колледжы ярҙамында башҡарылған.
Музей “Һинең хәүефһеҙлегең урыны” компетенциялар оҫтаханаһы” проекты сиктәрендә эшләй һәм Башҡортостан Башлығы гранты фонды аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының тарафынан да ярҙам күрһәтелә. Экскурсияларҙан тыш, музейҙа тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса уҡыуҙар ойошторола, көнкүрештә, тәбиғәттә, ҡалала үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре буйынса дәрестәр уҙғарыла.
Учреждениены асыу тантанаһында бүләкләү сараһы ҙа үткәрелде. Хәүефһеҙлек мәктәбенең иң әүҙем ҡатнашыусыларына “Хәүефһеҙлек мәктәбе лидеры” билдәһен һәм миҙалдар тапшырҙылар.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.