Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2022, 16:00

Байрам алдынан ҙур ҡайғы

Машина селпәрәмә килгән, ике кеше һәләк булған...

Байрам алдынан ҙур ҡайғы
Байрам алдынан ҙур ҡайғы

Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 161-се километрында, Салауат ҡалаһы эргәһендә, “Лада Гранта”, ”Шкода Октавия” һәм “Лада Приора” автомобилдәре бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булған, дүртәүһе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Кисә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 13 кеше зыян күргән. Шул иҫәптән, көндөҙ Яңауыл районында Һандуғас – Рабак юлының 7-се километрында 41 йәшлек ҡатын идара иткән автомобиль юл ситенә төшөп китә. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 34 йәшлек пассажиры зыян күргән.

– Автомобилдең үҙенсәлектәрен һәм торошон, юл һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып, билдәләнгән тиҙлекте күҙәтеп йөрөргә кәрәк. Һеҙ һайлаған тиҙлек юлдағы хәлде даими күҙәтеү мөмкинлеген бирергә тейеш, – тип кәңәш итә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Байрам ваҡытында бөтәһе лә тигәндәй сәйәхәт итә. Автомобилдә йөрөгәндә хәүефһеҙлек тураһында ла онотмағыҙ, хөрмәтле водителдәр!

Әйткәндәй, ял һәм байрам көндәрендә республиканың ЮХДДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Был юлдарҙа аварияларға юл ҡуймау маҡсатында күрелгән сара. Юл патруле хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, юлда башҡаларға хәүеф тыуҙырған, эскән килеп рулгә ултырған водителдәргә айырыуса иғтибар итәсәк. Байрамдар һәм ялдар матур үтеүе үҙебеҙгә бәйле - юлда ашыҡмағыҙ, был иһә һеҙгә тәғәйен урынға иҫән-һау барып етергә булышлыҡ итәсәк.  

Фото: @bash_gibdd

Байрам алдынан ҙур ҡайғы
Байрам алдынан ҙур ҡайғы
Байрам алдынан ҙур ҡайғы
Байрам алдынан ҙур ҡайғы
Байрам алдынан ҙур ҡайғы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: