Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2022, 23:30

Байрам осоро хәүефһеҙ үтһен

Был телефондарҙы яттан белегеҙ.

Байрам осоро хәүефһеҙ үтһен
Байрам осоро хәүефһеҙ үтһен

Хәүефһеҙлек тойғоһо – кеше өсөн иң мөһимдәрҙең береһе. Барыбыҙ ҙа ярҙам эргәлә генә һәм һәр хәлдә хәстәрлек күрерҙәр тип ышанабыҙ.

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республикала экстрен хәлдәрҙә булышлыҡ итеү телефондарын хәтерҙән сығармаҫҡа саҡыра.

Стационар телефондан:

Янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың берҙәм телефоны – 01;

Полиция – 02;

“Ашығыс ярҙам” – 03;

Газ хеҙмәте – 04.

Кеҫә телефонынан:

Янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың берҙәм телефоны – 101;

Полиция – 102;

Газ хеҙмәте – 104.

“112” һанын Яңы йыл осоронда ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә онотмаҫҡа кәрәк. Был – экстрен хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны. Уның ярҙамында янғын һағына, полицияға, ашығыс медицина ярҙамына, газ селтәренең авария хеҙмәтенә, ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда, “Антитеррор” хеҙмәтенә шылтыратырға, шулай уҡ психологик ярҙам алырға була. “112” һандары буйынса телефонда аҡса булмаһа ла шылтыратырға мөмкин.

Ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырырға тура килмәҫ тип ышанабыҙ. Шулай ҙа шылтыратырға тура килһә, хәл тураһында аныҡ, ҡыҫҡа белешмә бирегеҙ, ҡайҙа икәнлегегеҙ тураһында әйтегеҙ, һорауҙарға яуап бирегеҙ, оператор рөхсәт итмәйенсә, телефонды һалмағыҙ.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ашығыс хеҙмәттәр телефонына белешмә алыу өсөн йәки артыҡ ныҡ кәрәкмәһә, шылтыратмауҙы һорай. Юғиһә ошондай мәлдә линиялағы кемгәлер ысынлап та аныҡ ярҙам кәрәк булыуы ихтимал.

Яңы йыл байрамдары бары шатлыҡтар, бәхет килтерһен һәм хәүефһеҙ булһын.

Фото: gkchs.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: