Хәүефһеҙ тау шыуыу ҡағиҙәләре менән танышығыҙ:
1. Башҡа балалар тауҙан ситкә киткәнде көтөп тор. Унан һуң шыуырға ярай!
2. Тауҙан төштөңмө? Тиҙ генә ситкә шыуыш.
3. Баҫып тороп тауҙан шыумайбыҙ!
4. Боҙ юлы аша йүгереп сыҡма. Тауҙы арҡырыға менергә кәрәк, сөнки боҙҙа тайып китеп, башҡаларҙың аяҡ аҫтына эләгеүең мөмкин.
5. Арҡаң йәки эсең менән шыумаҫҡа тырыш, тауҙан төшкәндә лә, күтәрелгәндә лә гелән алға ҡара.
6. Тау эргәһендә баҫып торма. Тауға боҙ юлынан мөмкин тиклем ситтәнерәк менергә кәрәк. Үҙеңдең «транспортың» менән шыуып төшөүселәргә тейерлек йәки улар һине үҙҙәре менән һөйрәтеп алып китерлек булмаһын.
7. Йығылаһың икән, ҡулдарыңды - тәнеңә, башыңды күкрәгеңә ҡыҫ та эргәгә йығыл.
8. Йығылмаҫ өсөн усыңды һәм терһәгенде эшкә ҡушма, ә йомғаҡ булып бөгәрләнеп төшөү яҡшыраҡ. Был ҡағиҙәләр өлкәндәргә лә ҡағыла.
Ҡағиҙәләрҙе дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ, тау шыуығыҙ һәм күңелле ял итегеҙ!