"Приуралье" федераль автомобиль юлдары идаралығының бойороҡ актына ярашлы, урындағы ваҡыт буйынса бөгөн иртәнге 10:40-тан Башҡортостан Республикаһында насар һауа шарттары башланыуға бәйле (түбән буран, көслө ҡар яуыуы, күренеү мөмкинлеге сикләнеү) Р-240 Өфө-Ырымбур дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлында 27-се километрҙан 102-се километрға тиклемге участкаһында ауыр йөклө автомобилдәр, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.
Шулай уҡ 11.15 сәғәттән сикләү М-5 “Урал” федераль трассаһына ла индерелде. Бында шулай уҡ пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк машиналары йөрөмәй торасаҡ. Сикләү 1363-сө километрҙан алып (Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылы янынан) 1548-се километрға тиклем (Иглин районы Майский ауылы) индерелә.
Ваҡытлыса хәрәкәтте сикләү яҡынса 16:00 сәғәттә (урындағы ваҡыт менән) тамамлана. Әммә һауа шарттары яҡшырмаһа, ваҡыттың оҙайтылыуы ихтимал.
Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Әгәр артыҡ ихтыяж юҡ икән, бөгөн юлға сыҡмай тороу хәйерле. Был ваҡытта юлда булып ҡалһағыҙ, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп йөрөргә кәрәк.
Юлдарыбыҙ имен булһын!
Фото: ufa.bezformata.com