Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2023, 16:00

Их, йәштәр әрәм булды

Авария Иглин ауылында теркәлде... 

Их, йәштәр әрәм булды
Их, йәштәр әрәм булды

Яңы йылдың тәүге көнө фажиғәле тамамланды. Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә Башҡортостан юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм 14 кеше йәрәхәттәр алған.

Үлемесле авария кис төн менән Иглин ауылында була. Ленин урамында 18 йәшлек урында йәшәгән егет “Лада Гранта” автомобилендә китеп барған саҡта машинаһаны идараны юғалта. Был ваҡытта юл ситенән өс йәйәүле китеп барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина уларҙы тапата.  

Һөҙөмтә аяныслы. Урында 18 йәшлек үҫмер һәләк була. Уның Өфө кешеһе булыуы билдәле. Янындағы 17 йәшлек ҡыҙ менән 18 йәшлек егет төрлө йәрәхәттәр алып дауаханаға оҙатыла.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, рулдәге егеттең водитель таныҡлығы булмаған. Авария буйынса тикшереү эштәре башланған.

“Хөрмәтле юл хәрәкәте ҡатнашыусылары! Һеҙҙең һәр берегеҙгә, водитель йәки йәйәүле булараҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрәм! Юлда иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Ғәмәлдәрегеҙҙең эҙемтәләре хаҡында уйланығыҙ.

Яҡшы көн һәм имен юлдар һеҙгә!” – тип мөрәжәғәт итте Владимир Севастьянов.

Ысынлап та, юлда һаҡ булырға кәрәк. Айырыуса, ҡышҡы юлдар хәүефле. Әлеге ваҡытта тышта буран ҡотора, шуға күрә юлға сыҡмау хәйерлерәк.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: