Бөгөн тышта буран. Ошо йәһәттән күп кенә юлдарға сикләүҙәр индерелде. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә яҙып сыҡты.
“Туҡтауһыҙ ҡар яуа. Бөгөн, кемдәр булдыра ала, республика юлдарына сыҡмай өйҙә ҡалыуҙарын һорайым.
Түбәндә буран сығыуы, көслө ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикле булыуы сәбәпле Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһының 27-112-се километры участкаһында пассажирҙар автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылды (Өфө районында Булгаковтан Стәрлетамаҡта Рощинскийға тиклем). Шулай уҡ М-5 “Урал” автомобиль юлында – 1368-се километрҙан 1548-се километрға тиклем хәрәкәт сикләнде (Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылынан Иглин районының Майский ауылы).
Юлдарҙа ипле булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”, – тип яҙҙы ул.
Ошо ваҡытта Башҡортостанда тағы бер юл участкаһында сикләү индерелгәне билдле булды. Сикләү Өфө – Ырымбур трассаһының 112-се километрынан (Рощинский ауылы) 272-се километрға тиклем (Яңы Мораптал ауылы) ғәмәлдә. Бында ла йөк машиналарына һәм пассажир автобустарына йөрөү тыйыла. Сикләү яҡынса 16 сәғәткә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".